—› История школы
Мәктәп тарихы
Вәлит ауылы Хәйбулла районының көньяғында ике боронғо башҡорт
ауылының береһе. Беҙҙең ауылда тәүге белем усағына 1881
йылда уҡ нигеҙ һалына башлай. Мәшһүр Ғатаулла ишан 1881 йылда ауылда мәсет
төҙөтә һәм шунда мәҙрәсә лә астыра. Октябрь революцияһына тиклем балаларға
мәҙрәсәлә һабаҡ бирәләр. Совет власынан һуң Ғатаулла ишан эҙәрлекләүҙәргә дусар
ителә һәм ҡаҙаҡ далаларында йәшерен көн итергә мәжбүр булла.
1928 йылда , ниһайәт, бер баҫҡыслы мәктәп асыла. Уҡытыу боронғоса- ысулса алып барыла. Белемде Әлибаева Әсмә - Ғатаулла ишандың килене бирә башлай.
1930 йылда латинса уҡытыу башлана. Уҡытыусыһы Ғайсин (исеме, атаһының исеме онотолоп ҡалған) фамилиялы була.
1939-40 йылдарҙа латинса уҡытыу бөтөрөлә, яңыса уҡытыу башлана.
1948-1949 йылда мәктәптең яңы бинаһы төҙөлә. Ауылда ете йыллыҡ мәктәп асыла. Директоры Йәтимов Өмөтбай Уйылдан улы.
1952-1955 йылдарҙа Атанов, 1956-1963 йылдарҙа Хәмиҙуллин Васил Шакир улы етәкселек итә мәктәпкә.
Егерменсе
быуат урталарында Хәйбулла ерҙәрендә сиҙәмде үҙләштереү
башлана. Вәлит ауылы эргәһендә Комсомол сиҙәмселәр ҡасабаһы төҙөлә. Балалар һаны
арта. 1963 йылда бер ҡатлы яңы һигеҙ йыллыҡ мәктәп ишектәрен
аса.
1986 йылда мәктәптең ике ҡатлы яны бинаһы сафҡа керә. Уҡытыу башҡорт һәм рус кластары өсөн айырым алып барыла.
1989 йылда Вәлит урта мәктәбе тип үҙгәртелә.
1964-1966 йылдарҙа Аксурин Фәрит Ғүмәр улы, 1967-1971 йылдарҙа Ҡаҙакбаев Рафаэль Абдрахман улы, 1972 йылдарҙа Ниғмәтуллин Хөсәйен Әйүпович улы директор вазифаһын үтәй.
Төрлө
йылдарҙа мәктәпте Теүәлев Ғәйнетдин Зәбихулла улы, Асаинов Рауил Айса улы,
Аблаев Сәлимйән Йомабай улы, Сафин Заһира Нурислам ҡыҙы, Иҫәнгилдин Фәнил
Ғәзизйән улы һәм
Нурғәлина Земфира Сулпан ҡыҙы етәкләй.
1989 йылда 2 ҡатлы урта мәктәп
асыла. Уҡытыу башҡорт һәм рус кластары өсөн айырым алып барыла.
Хәҙерге көндә мәктәп милли мәктәптәр рәтенә индерелгән. Уҡытыу- тәрбиә эше әсә телендә ойошторолған. Мәктәптә16 уҡытыусы, 15 педагог юғары белемле, 1-һе ситтән тороп юғары уҡыу йортонда уҡый. Коллективта 6 I категориялы, алты II категориялы, ике «Мәғәриф алдынғыһы» билдәһенә лайыҡ булған уҡытыусы эшләй. Ҡулалайштырыу айҡанлы балалар һаны ла, класс-комплекттар һаны ла кәмене: 6 класс-комплектта 58 бала белем ала. Директор – Аслаев Таһир Радмир улы.