Музей
Үҫеп килеүсе быуынға рухи- әхлаҡи тәрбиә һәм сифатлы белем биреүҙә ауыл тарихын
өйрәнеүҙең йоғонтоһо ҙур.Был йәһәттән мәктәптә музей ойоштороу эше башланды.Йәш
этнографтарҙың етәксеһе –Зифа Әғзәм ҡыҙы Йәҙеһәрова һәм Таһир Радмир улы
Аслаев.
З.Ә.Йәҙеһәрова беҙҙең мәктәптә иң оҙаҡ эшләгән уҡытыусы булһа , Т.Р.Аслаев эшен яңы ғына башлап тора. Музейға ҡомартҡыларҙы йыйыуҙа ауылдың ололары һәм йәштәре әүҙемлек күрһәтте. Бөгөнгө көнгә бында бай материал тупланған. Унда этнографик, ретро техника , боронғо тәңкәләр һәм аҡсалар , ауыл тарихы , һуғыш ветерандары , хәрби – интернационалистар , тракторист ҡатын- ҡыҙҙар тураһында йыйылған бүлектәргә арналған мәғлүмәттәр бар. Ошо ҡомартҡылар Сибайҙа үткәрелгән «Ҡала көнө»ндә ҡатнашып 3 урынды алып , аҡсалата һәм рәхмәт хаты менән бүләкләнде.